Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә мемориал асылды.Был ғәмәл урындағы башланғыстарға булышлыҡ ҡылыу программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылды.
“Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Созы Геройы исемен алған, Дан орденының тулы кавалеры булған яҡташтарыбыҙ үҙ исемен, тыуған төйәген мәңгелек данға күмде. Улар – Миңнетдин Әминев, Василий Бекетов, Николай Ежов, Михаил Еремин, Павел Жувасин, Василий Копылов, Суфый Сафуанов, Фәттәх Шәмғолов, Георгий Шубин, Николай Браун. Локаль конфликттарҙа Юрий Климов менән Мансур Рафиҡов Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була, – тине мемориалды асыу тантанаһында Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев.
Етәксе шулай уҡ яу йылдарында һәм унан һуңғы ауыр осорҙарҙа халыҡ хужалығын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, ил мәнфәғәтендә батырҙарса хеҙмәт иткән ветерандарға, тыл эшсәндәренә, һуғыш заманы балаларына ҙур рәхмәт белдерҙе.