Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?23.02.2019
– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк!
Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар. Юҡ, юҡ, сирләп киткәндәр, бәләгә ҡалыусылар янына түгел, ә финишҡа...


Баймаҡтағы данлы, шанлы тарихлы Темәс ауылының йәмле Рапат тауы итәгендә Урал аръяғы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең “Зарница” уйыны башланды. Сәләмәт тормошто пропагандалаған, һаулыҡ һағында торғандар миҫалында башҡаларға өлгө күрһәтеүгә, тәжрибә туплауға йүнәлтелгән спорт ярышының быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бәйле үткәрелеүе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Альберт Тутаев белдереүенсә, ярышта Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы командалары ҡатнаша.

“Көндөң йылы, ҡояшлы тороуы, ҡарҙың ап-аҡ булып ялтырап ятыуы, аҡ халатлыларҙың бер көнгә булһа ла эш урынынан айырылып саф һауала ярышҡа сығыуы – үҙе ял, байрам. Үҙ-ара уҙышыу ғына түгел, ә аралашыу, кәңәшләшеү урынына әйләнде майҙансыҡ. Саранан барыһы ла бик ҡәнәғәт”, – тине Альберт Тутаев.

Асҡар үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Рәфис Маннапов әйтеүенсә, улар 11 кешенән торған команда менән килгән. Күбеһе – йәш табиптар. Әйткәндәй, улар өсөнсө урынды яулаған.

Ә беренселә – сибайҙар, икенселә – майҙан хужалары баймаҡтар!


Вернуться назад