Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында элек-электән балалар менән бергә өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнаша.Быйыл да шулай булды. “Күңелле эстафета”ла балалар атай-ағайҙары менән бергә дәррәү ҡатнашты. Ике командаға бүленеп, төрлө ярыш төрҙәре буйынса арауыҡтарға яуаплылар ҡуйып сығылғас, ярышҡа старт бирелде.
Бына берәүҙәр дистанцияны шыуышып үтә лә флагты ағас сананы таяҡтар ярҙамында шыуҙырырға тейешле “һалдаттар”ға тапшыра, унан “шәфҡәт туташтары” йән-фарман “яралы”ларҙы һөйрәп алып китә, артабан саңғысылар уҙышҡа төшә... Шулай тотош ауылды бер итеп урап сыҡты быйыл да командалар. Унан арҡан тартыштылар, ә элек-электән үткәрелгән “Флаг алыш”, һәр ваҡыттағыса, “ысын яу яланы”на әүерелде.
Ғөмүмән, ауыл халҡына саф һауала матур тамаша күрһәтте атайҙар менән балалар. Өлкәндәр йәшлеген иҫкә төшөрөп һағышланып алһа, йәш быуындың күңелендә сәм, еңеүгә, берҙәмлеккә, дуҫлыҡҡа ынтылыш арты.
“Сараға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуар Шәрәфулла Ҡолһаринға ҙур рәхмәт!” – тип белдерҙеләр ауыл китапханаһынан.