Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!23.02.2019
Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше” акцияһы старт алды. Уға ярашлы, әсәйҙәр армияла хеҙмәт иткән улдарына үҙ ҡулдары менән тәмле, һалдаттар өсөн танһыҡҡа әйләнгән бәлеш бешереп, ризыҡты хәрби часҡа алып бара.

Бындай бәхеткә Альбина Шәрәфетдинова менән Надежда Кузнецова өлгәште.

– Улым Наилдең 4 мартта тыуған көнө, ошо уңайҙан уға посылка ебәрергә йыйына инем, – ти Альбина Фазылйән ҡыҙы. – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең әлеге акцияһы хаҡында ишеткәс, ҙур теләк менән ҡатнашырға булдым. Наил хеҙмәткә тәүҙә Ярославль өлкәһенә саҡырылғайны, аҙаҡ үҙен Ырымбурҙың Ясный ҡалаһындағы ракета ғәскәренә күсерҙеләр.

Әйткәндәй, егет армия тормошонан зарланмай. Ул бәләкәйҙән үк спорт менән етди шөғөлләнгән, яҡшы уҡыған – ҡаланың 6-сы мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған.

Ясный ҡалаһына 12-се мәктәптең биология уҡытыусыһы Надежда Борисовна ла юлланды. Уның улы Игорь ҙа ошонда хеҙмәт итә. Сибайҙың киң профилле политехник колледжын уңышлы тамамлаған егеттең хәрби бурысын үтәүенә ни бары өс ай ғына әле.

Һалдат әсәләре улдары Ырымбур өлкәһенә имен-һау барып еткән, уларҙы хәрби часть етәкселеге бик йылы ҡабул иткән. Һалдаттар өсөн ҡәҙерле кешеләренең килеүе көтөлмәгән ҙур шатлыҡ булған.

“Улдарыбыҙ хеҙмәт иткән урынды ҡарап сыҡтыҡ, бар ерҙә – бөхтәлек, тәртип. Командирҙары менән аралаштыҡ, уларҙың Сибай егеттәрен тик яҡшы яҡтан телгә алыуы икеләтә ҡыуандырҙы”, – тип Ырымбурҙан ҡайтҡас йылы тәьҫораттары менән бүлеште Альбина Шәрәфетдинова.

Һалдаттар, әлбиттә, Сибай күстәнәсен бергә хеҙмәт иткән иптәштәренә лә өләшкән.


Вернуться назад