Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән22.02.2019
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо: “Торатау” конгресс-холына Бөйөк Ватан һуғышы, локаль хәрби конфликттар, армия һәм флот ветерандары саҡырылды.

“Шундай ҡарарға килдек: йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан һеҙҙең менән ошондай осрашыу үткәрәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Быны Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған барлыҡ кешеләргә ихтирам йөҙөнән эшләйбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, ә улар аҙайғандан-аҙая бара, оло хөрмәтебеҙҙе күрһәтеү маҡсатында башҡарабыҙ.

Тантаналы ҡабул итеүҙә Рәсәй Геройҙары Рафиҡ Ихсанов, Николай Злобин, Риф Сәхәбетдинов; республика биләмәһендә урынлашҡан хәрби подразделениелар командирҙары һәм хеҙмәткәрҙәре; төбәктәге хәрби уҡыу йорттары етәкселәре; уҡыу алдынғыһы булған курсанттар, кадеттар; йәмәғәт һәм ветеран ойошмалары, эҙләү отрядтары вәкилдәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай сара йәштәр өсөн дә үткәрелә.


Вернуться назад