Изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы22.02.2019
Яңауыл районының Яңы Уртауыл ауылында “Урал батыр” – изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы” тип аталған байрам үтте. Мәҙәниәт йорто фойеһында ете эшлекле майҙансыҡ, китап, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолдо.

Байрамдың төп өлөшө башында имам-хатип Физун хәҙрәт Маликов ҡаһармандар рухына бағышлап Ҡөрьән аяттары уҡыны. Унан сарала ҡатнашыусыларҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов сәләмләне. Ул сығышында бөйөк ҡомартҡыбыҙҙың тәрбиәләүи әһәмиәте тураһында әйтеп үтте, илһөйәрлек тойғоһоноң мәңгелек ҡиммәт икәнен, уға бөгөн дә ҙур иғтибар биреү мөһимлеген билдәләне.

Артабан район башлығы милли мәҙәниәтте, рухиәтте үҫтереүгә өлөш индергән яҡташтарына Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина исеменән грамоталар тапшырҙы, шулай уҡ Яңауыл башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Гөлнара Вәлиеваға йәш быуынға “Урал батыр” эпосын өйрәтеү буйынса алып барған әүҙем эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яӊы Уртауыл ауылы ағинәйе Әлфинур Сыртланова районда беренселәрҙән булып Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде.

Артабан урындағы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар ете башҡорт ырыуыныӊ берҙәмлеген сағылдырған, “Урал батыр” эпосынан күренештәрҙе һынландырған тамашалар тәҡдим итте.


Вернуться назад