Зариф өйөнә ҡайтты!22.02.2019
Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң, ниһайәт, өйөнә ҡайтты.
Ул ҡанлы ваҡиғаны иҫкә алды:

– Таңғы алтынсы ярты. Йоҡлай инек. Ишеккә ныҡ итеп туҡылдата һәм “Ярҙам итегеҙ!” тип ҡысҡыра башланылар. Ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булғанын шунда уҡ аңланыҡ. Ишекте асыуға, бармаҡтары ҡанланған күрше йүгереп килеп инде. Беренсе ярҙам күрһәтергә теләгәйнек, өлгөрмәнек: ире керҙе лә: “Ҡайҙа минең ҡатыным?” – тип екеренеп ата ла башланы. Ҡалғаны томанда кеүек кенә...

Зариф үҙенең ғүмере өсөн көрәшкән барлыҡ табиптарға, туғандарына, хәстәрлекле кешеләргә рәхмәт әйтте.

– Атыуҙан һуң ҡанға батҡайным. Наҙгөлөм (ете йәшлек ҡыҙы) ҡурҡманы, яраларымды бәйләне. Учалы һәм Республика клиник дауаханалары табиптарына – һөнәри оҫталыҡтары, ваҡытлы күрһәтелгән ярҙамдары, атай-әсәйемә, туғандарыма, дуҫтарыма – гел янымда булғандары һәм төбәгебеҙҙең барлыҡ мәрхәмәтле халҡына минең өсөн ихлас борсолғандары, булышлыҡ ҡылырға әҙер торғандары өсөн ҙур рәхмәт, – тине Зариф.

Ул дауаланыуын дауам итә. Ҡулына тағы бер нисә операция яһаясаҡтар.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә был фажиғәгә һәм Зарифтың ҡатыны Гөлсиәнең вафатына 40 көн тулды.


Вернуться назад