Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе – тәбрикләнеләр. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған тантаналы кисәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты. – 23 февраль – хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте булған һәр кем өсөн ҙур байрам, – тине төбәк етәксеһе. – Шул иҫәптән минең өсөн дә. Армия йылдарын һәр ваҡыт йылы тойғолар аша иҫкә алабыҙ, хеҙмәттәштәребеҙ менән осрашабыҙ. Ошо көндә, ата-бабабыҙ кеүек үк, кәрәк булһа, илебеҙҙең үҙен һаҡларға әҙер тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ.
Радий Фәрит улы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, Афғанстандағы, Чечнялағы һ.б. яуҙарҙа ҡатнашҡан хәрби-интернационалистарҙы иҫкә алып үтте, улар менән ғорурланыуыбыҙҙы белдерҙе. Төбәк етәксеһе әле лә тыныс тормош өсөн барлыҡ көсөн һалып эшләгән махсус хеҙмәттәр, һалдаттар һәм хәрбиҙәргә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан Радий Хәбиров лайыҡлыларға Башҡортостандың юғары наградаларын – Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендарын, республиканың Почет грамоталарын тапшырҙы.
Тантананы сағыу концерт номерҙары биҙәне.