Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Сибай филиалының сәнәғәт именлеген тикшереү маҡсатында эш башланы.Кәңәшмә Сибай ҡала хакимиәтендә үтте. Фекер алышыуҙа Экология, технология һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең (“Ростехнадзор”) Тау күҙәтеү идаралығы етәксеһе Александр Филатов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов һәм Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинин ҡатнашты.
Белгестәр әйтеүенсә, Сибай баҡыр-цинк һәм колчедан мәғдәне ятҡылығындағы хәлде ябай көнүҙәк проблема тип ҡарарға ярамай. Быҫҡып ятҡан мәғдән сығанаҡтарын һүндереүҙең һәр этабына тау белгестәрен йәлеп итеү мотлаҡ. Тап ошо маҡсатта 27 февралдә ҡалаға Рәсәйҙең тау эше буйынса белгестәре килеүе көтөлә.
Карьерҙы һыу менән тултырыу эше дауам итә, әле һыу кимәле 26 метрға еткән.