Әлбиттә, Башҡортостан Президентының власты кешеләргә, кешеләрҙе власҡа яҡынайтыу ниәтенән яһаған был аҙымы икенсе яҡтың да ихлас яҡлауын тапты, проблемаларҙы власть ярҙамында хәл итеүгә өмөт, ышаныс уянды. Был әле беҙ һүҙ алып барған темаға бәйле айырыуса асыҡ сағылыш тапты. “Беҙ бөтәбеҙ ҙә уй-хистәребеҙҙе һөйләргә тип уның блогына ылыҡтыҡ”, — тип яҙҙы шул саҡта Интернетта Лина Серегина. “Миңә уның үҙ блогында кешеләр менән шундай ихлас аралашыуы оҡшаны... Һүҙҙәренән күҙгә йәш килә (хатта иремдең дә шундай сағын күрҙем). Быға ни хәтлем мохтаж булғанбыҙ”, — тип уртаҡлашты Лина Серегина үҙенең тәүге тәьҫораттары менән. Ул, шундай мөмкинлек тыуыуынан ҡанатланып, үҙенең дә Президент блогына урыҫ телле дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итеүе хаҡында яҙа. Үҙенең ышанысын: “Яңы Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовты шунда уҡ һәм бер һүҙһеҙ яраттым: аҡыллы, уҡымышлы, интеллектуаль, тәрбиәле, инсафлы кешеләрҙе үҙ итәм. Бигерәк тә йылдам, уңғандарҙы яратам, ә чиновниктар менән начальниктар араһында ундайҙар аҙ”, — тигән һүҙҙәр менән нығыта. Ул бынан биш йыл алда үҙенең улына биргән вәғәҙәһен бөгөн килеп ҡуҙғатырға мөмкинлек тыуыуын иҫкә ала.
Әле башҡорт телен мәктәптә дәүләт теле булараҡ уҡытыуға бәйле Интернетта барған фекер алышыуҙарға, ваҡыты менән үтә ҡырҡыу төҫ алған бәхәскә ниндәйҙер күҙәтеү яһау ниәт итеп ҡуйылмай. Ғәмәлдә ул бөгөн тап шундай һүҙ көрәштереү майҙанына әүерелде лә инде. Шул уҡ ваҡытта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мәктәптә уҡытыу мәсьәләһенә ҡағылышлы Башҡортостан Президенты кимәлендә лә һүҙ булғанын беләбеҙ. Рөстәм Хәмитов ул хаҡта вазифаһына ингәндең тәүге көндәрендә үк үҙ ҡарашын белдерҙе. Лина Серегинаның да Интернет аша яңы Президентҡа үҙ мөнәсәбәтен белдереүе шуға бәйле ине. Уға, күреүебеҙсә, Рөстәм Зәки улының был мәсьәләне асыҡтан-асыҡ ҡуйыуы оҡшаған. Президент үҙ ҡарашын бер генә тапҡыр өҙөп кенә әйтмәне. Ул дәүләт телдәре хаҡындағы Законға ярашлы башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт теле булараҡ мәктәптә уҡытыу ҡаралған, тип әйтеү менән бергә башҡорт теле көсләп уҡытылырға тейеш түгеллеген иҫкә төшөрҙө. Өфөлә уҙған Рәсәй Дәүләт Советы Президиумы ултырышында яһаған сығышында ла: “Беҙгә үҙ телебеҙ, үҙ мәҙәниәтебеҙ кәрәк. Шул уҡ ваҡытта телдәрҙе көсләп уҡытырға ярамағанын да аңлайбыҙ”, — тип өҙөп кенә әйтте. Хатта икенсе бер тапҡыр телдәрҙе уҡытыу методикаһына ҡағылып, уҡытыусыларҙы грамматика менән артыҡ мауыҡмайынса, һөйләү теленә күберәк иғтибар итергә саҡырҙы. Уҡыусыла үҙе өйрәнгән телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу профессиональ оҫталыҡ талап итә, тине ул.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу мәсьәләһе, Интернетта уның көндәштәре тарафынан күп ҡырлы проблема рәүешендә ҡуйылыуына ҡарамаҫтан, бер мәсьәләлә фекер уртаҡлығы бар: уны өйрәнеү һәр уҡыусы баланың үҙ иркендә, мәжбүр итергә ярамай. Тимәк, ул мәктәп өсөн дә мәжбүри була алмай, был мәктәптең үҙ ҡарамағында. Ләкин, күрәһең, уны аҙағынаса хәл итеү өсөн билдәле бер ваҡыт та кәрәктер. Лина Серегина ла быны аңламай түгел. Әммә ул күтәргән мәсьәләнең ата-әсәләрҙе күптән борсоуы үҙенекен итә, яңы шарттарҙа уның асыҡтан-асыҡ ҡуйылыу мөмкинлеге телдең эш итеү даирәһен киңәйтә. Һөҙөмтәлә ул яңы кимәлгә күтәрелә, Интернет-берекмә исеменән йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарыла. Шул уҡ ваҡытта мәсьәләнең ҡуйылышы, әйтелгәнсә, яңы йүнәлеш алғандай итә. Хәҙер инде ул урыҫ теленең мәктәптә тотҡан урыны менән тығыҙ берлектә ҡарала. Ә Интернет-берекмә үҙен мәктәптә урыҫ телен яҡлаусы вазифаһында күргәндәй була.
Һис һүҙһеҙ, башҡорт телен мәктәптә дәүләт теле булараҡ уҡытыуға ошондай яҡтан яҡын килеүҙе ике телде бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу тип ҡабул итеү дөрөҫ булмаҫ ине. Ике телдең дә туған тел булараҡ мәктәптә үҙ урыны бар. Әле урыҫ телле мәктәптә туған тел сифатында урыҫ телен, башҡорт мәктәбендә башҡорт телен уҡытыу күҙҙә тотола. Ләкин был осраҡта тәүгеһендә башҡорт теленең, икенсеһендә урыҫ теленең дәүләт теле булараҡ уҡытылыуын иҫтә тотоп, бер телде өҫтөн ҡуйып, икенсеһенең өлөшөнә инеү ғәҙел булмаҫ ине. Беҙҙеңсә, Интернет-берекмә урыҫ телле мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға ошо күҙлектән, урыҫ теленең үҙенең традицион урынын һаҡлау күҙлегенән сығып эш итә. Был йәһәттән ул да яҡлау табыуға хаҡлы, әлбиттә. Әммә әле һүҙ барған проблеманың икенсе бер аспекты бар. Ғәмәлдә был мәҡәләнең асылы шунда ла.
Һүҙ йәнә тел өйрәнеү ихтыяжына әйләнеп ҡайта. Хатта ул дәүләт теле булмаған тәҡдирҙә лә. Башҡорт теленең үҙ этносы ла был йәһәттән тарихтың оҙон юлын үткән — ғәрәп, фарсы, сығатай төркиен күп быуаттар үҙ туған телендәй күреп ҡулланыуы шул хаҡта һөйләй. Ул быға кемдеңдер ҡушыуына йәки бойороғона буйһоноп мәжбүр ителмәне, ә милли тормош ихтыяжынан сығып эшләне. Шуныһы хаҡ: милли тормош ихтыяжы уның милли мәнфәғәтенән айырылғыһыҙ. Милли ихтыяж милли мәнфәғәтте, ә милли мәнфәғәт милли ихтыяжды күҙәткәндә генә милли тормош үҙаллылығын һаҡлап ҡала ала. Башҡорт теле оҙайлы дәүер бүтән телдәрҙең көсөн татыһа ла, һәр саҡ милли тормош мәнфәғәтенә тоғролоҡ һаҡланы. Ул үҙ мәнфәғәтен бер үк ваҡытта заман ихтыяжы менән дә яраштыра алды. Бының үҙе өсөн ни ҡәҙәре отошло булғанлығын ул дәүләт теле статусын алғандан һуң айырыуса асыҡ тойҙо. Сөнки уға дәүләткә идара итеүгә бәйле үҙ теленә әллә ниндәй үҙгәрештәр индерәһе, төшөнсәләр уйлап сығараһы юҡ ине. Дәүләт, хөкүмәт, идара, хоҡуҡ, милләт, ижтимағи, иҡтисад, мәҙәниәт, йәмғиәт, матбуғат, нәшриәт, мәғрифәт, милек, мөлкәт, сәнғәт, сәнәғәт, сауҙа, сифат, рух, рухи, фән, әҙәбиәт, әҙип, әхлаҡ, хеҙмәт, хеҙмәткәр, тәжрибә, тәртип, хөкөм, хәҡиҡәт, хәреф, әлифба, рөхсәт кеүек ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни төшөнсәләр күптән инде уның өсөн үҙ булып бөткәйне. Билдәле булыуынса, улар, күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе М. Өмөтбаев ХIХ быуат аҙаҡтарында яҙғанса, башҡорт һөйләшенә сығатай төркие аша ингән үҙгәртеп ҡулланылған ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре. Ваҡыты еткәс, улар (башлыса ғәрәп һүҙҙәре) башҡорт теленең дәүләткә идара итеүгә бәйле ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә мөһим роль уйнаны, уға ныҡлы, ышаныслы таяныс булды. Шулай итеп, милли тормош ихтыяжы үҙенең милли мәнфәғәтен күҙәтеүҙә яңылышманы, шуның менән ул үҙ ихтыяжының да тормошҡа ашыуына өлгәште, сәғәте һуҡҡас, үҙ заманы юғарылығында булып сыҡты.
Ҡыҫҡаһы, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү тарихы үҙ файҙаһына ниндәй ҙә булһа төплө дәлил килтерә алмай. Уны дәүләт аппараты кимәлендә өйрәнеү ихтыяжы ла уны тыуҙырған 20 — 30-сы йылдар тарихы булараҡ үткәндә генә тороп ҡалды. Бөгөн уны мәктәптә уҡытыу ихтыяжын шул саҡтағы кеүек дәүләт төҙөлөшө йәки милли тормош ихтыяжы менән нигеҙләү ауыр. Бигерәк тә Интернет һәм уның яҙыуы үҙ-ара аралашыу сараһына әүерелгән заманда. Телдәр араһындағы бәйләнештең офоҡтары киңәйҙе, ул ниндәйҙер сик белмәгән дәүерҙә. Билдәле, бындай шарттарҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мәктәптә уҡытыуҙы мотлаҡ һанауға ниндәйҙер баһа биреүе ҡыйын, уны аңлау ҙа, аңлатыу ҙа ауыр. Интернетта күренеп ҡалғанса, йәнәһе, был башҡорт телен дәүләт теле статусы булараҡ абруйын күтәреү, уны танытыу өсөн эшләнә, ул бөгөн шул яғы менән мөһим. Ошо урында үҙенән-үҙе бер нисә һорау тыуа: беренсенән, был башҡорт теле статусы ҡануниәтен уның бер ҡанунына ғына ҡайтарып ҡалдырыуға тиң була түгелме һуң? Икенсенән, бындай осраҡта уның бары ошо ҡанун һынында ғына күҙалланыуы, шул һында ғына ҡабул ителеүе мөмкин түгелме? Шул уҡ ваҡытта был уның дәүләт төҙөлөшө менән бер үк ваҡытта милли тормошта тотҡан урынына, күрһәткән хеҙмәттәренә күҙ йомоу булмаймы?
Ә башҡорт теленең дәүләт статусы тарихы киреһен һөйләй, ул уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Сөнки ошоноң нигеҙендә үҙ телендәге яҙыуы (әҙәби теле), туған телендәге мәктәбе, матбуғаты, әҙәбиәте, нәшриәте, театр сәнғәте һымаҡ үҙ халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәре тора. Башҡорт теле дәүләт теле статусы алып ҡына уларҙың барыһын да тарих сәхнәһенә алып сыҡты, бөгөнгө кимәлгә күтәрҙе. Башҡорт теленең абруйы хаҡында һүҙ барғанда ошоларҙы ла иҫтә тотоу артыҡ булмаҫ. Дәүләт теле статусының дәрәжәһе уны дәүләт теле булараҡ мәктәптә уҡытыуға мохтаж түгел. Ул, бөтәһенән элек, үҙ этносының үҙ дәүләтенә идара итеү юғарылығына күтәрелә алыуына туранан-тура ҡатнашлығы менән ҡәнәғәт. Иң элек үҙенең абруйын шунда күрә. Үҙ теленең бөгөнгө ҡаҙаныштарының да үҙенән башҡа мөмкин булмауы мәғлүм. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың үҙ вазифаһына ингәндең тәүге көндәренән үк башҡорт теленең республика тормошонда тотҡан урынына, ғөмүмән, уның хәҙерге торошона юғары баһа биреүе шул хаҡта һөйләй. Ул башҡорт теленең бүтән телдәр һымаҡ уҡ донъя мәҙәниәтендә үҙ урыны барлығын раҫланы. “Башҡорт теле — иң көслө һәм үҙаллы телдәрҙең береһе”, — тине ул. Быны башҡорт теленең, дәүләт теле статусы булараҡ, үткән юлына бирелгән баһа итеп ҡабул итеү хаҡ булыр.
Шул уҡ ваҡытта уны, алда һүҙ булғанса, ике кимәлдә — дәүләт аппараты һәм урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡытыу кимәлендә өйрәнеү тәжрибәһе көткән һөҙөмтәләр бирмәне, үҙен аҡламаны, республиканың дәүләт төҙөлөшөндә лә, милли тормошта ла үҙенә урын таба алманы. Һуңғыһы хатта башҡорт теле тирәһендә, йомшаҡ ҡына әйткәндә, төрлө уйҙырмалар тыуҙырылыуына сәбәпсе булды. (Әле бөгөн Интернетта барған һүҙ көрәштереүҙәр күҙҙә тотола). Башҡорт теленең дәүләт теле статусын уның мәктәптә уҡытылыу-уҡытылмауына ғына ҡайтарып ҡалдырып һүҙ йөрөтөү үҙе үк уның кәмһетелеп телгә алыныуына урын ҡалдыра. Ул бары милләт-ара татыулыҡты хуш күрмәүселәргә майҙанға сығыу өсөн уңайлы бер һылтау ғына. Улар әгәр бындай хәл килеп тыумаһа, уны үҙҙәре уйлап табыр, шуның ышығында эш итергә тырышыр ине. Әле иһә был улар өсөн үтә ҡулайлы бер сәбәп. Ул ни тиклем оҙаҡ асыҡ ҡала килһә, уларға шул тиклем файҙалы. Башҡортостан Президенты Рәсәйҙең Дәүләт Советы Президиумының Өфөлә уҙғарылған ултырышында, ошондай кешеләр халыҡтар араһындағы мөнәсәбәтте яралай, дуҫлыҡты үлтерә, ағыу сәсә, тигәйне. Улар Башҡортостан сиктәрендәге Интернетта берәү йәки икәү генә түгел, тине ул.
Ҡайһы саҡта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мәктәптә уҡытыуҙы уның үҙенә генә ҡайтарып ҡалдырып, ә туған мәктәбендә туған тел сифатында уҡытыу менән сикләгәндә башҡорт теленең абруйы күпкә отор ине, тигән уй ҙа тыуып ҡуя. Сөнки Интернетта башҡорт теле һәм уның тирәһендә һүҙ ҡуйыртыуҙың килеп тыуыуында, уның үҙенә һәм этносына ҡарата әсе теллеләнеүҙәрҙә уны мәктәптә өйрәнеүгә индереү буйынса күрелгән саралар сәбәпле булды. Күреүебеҙсә, бынан башҡорт теле дәүләт теле сифатында бер нәмә лә отманы, абруйы ла артманы. Беҙҙеңсә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ, берҙән, дәүләт аппараты, икенсенән, мәктәп кимәлендә өйрәнеү тәжрибәһе уҙған быуаттың 20 — 30-сы йылдары тарихында тороп ҡалған кеүек, ә ХХI быуат башы тарихында ғына тороп ҡалыуы башҡорт теле һәм уның дәүләт теле статусы өсөн, һис һүҙһеҙ, отошло булыр ине. Ул саҡта, бәлки, Интернетта ла башҡорт теленә һәм уның этносына тел тейҙереү туҡталыр, милләт-ара татыулыҡ темаһы өҫтөнлөк алыр, шулай уҡ Интернет-берекмә өсөн дә бүтән мәсьәләләр менән шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуыр ине.
(Аҙағы. Башы 108-се һанда).Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы,
тарих фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Фәндәр академияһының
почетлы академигы.