2021 йыл аҙағына тиклем ясле мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә кәрәк, тип билдәләне Владимир Путин. Бының өсөн 270 мең тирәһе урын булдырыу шарт. Шул уҡ ваҡытта 90 мең урын быйыл уҡ булдырылырға тейеш. Киләһе өс йыл дауамында әлеге маҡсатта 147 миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.