Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма ҮТӘШЕВА Рәсәй Президентының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһенә үҙ фекерен белдерҙе:
– Мөрәжәғәтнамәнең төп асылы кешеләргә кешелекле мөнәсәбәт булдырыуға ҡайтып ҡала, тип билдәләр инем. Халыҡты һаҡлау, йәғни ғаиләгә, балаларға иғтибарҙы арттырыу, ололарға хөрмәт тәрбиәләү сығыштың “ҡыҙыл ебе” булды. Ил Президентының балалар пособиеһын халыҡтың мөмкин тиклем күберәк ҡатламы алырға, ғаиләлә балалар күберәк булған һайын – һалым аҙыраҡ булырға тейеш, тигән фекерҙәрен тулыһынса хуплайым. Һаулыҡ һаҡлауға, инвалидтарға, ауыл халҡына етди иғтибар бирелеүе ҡыуандырҙы. Әгәр ошо йүнәлештә берҙәм эшләһәк, Президент ҡуйған бурыстарҙы үтәһәк, әлбиттә, яҡшыраҡ тормошта, үҫешкән Рәсәйҙә йәшәйәсәкбеҙ!