Һынау уңышлы үтте22.02.2019
Башҡортостандар “Ата-әсәләрҙең Берҙәм дәүләт имтиханын биреү көнө” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты, сара Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында үтте.

Беҙҙә имтихан уйын формаһында ойошторолдо. Ата-әсәләр менән бергә хатта башҡарма власть органдары вәкилдәре лә һынау тотто. Әйткәндәй, мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажинды күреү мәртәбә ине.

Юрист Азамат Юлмөхәмәтовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын IX класта уҡыған ҡыҙы менән бергә биргән. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе бер тапҡыр күреү отошло тигәндән сығып, сарала ҡатнашырға ҡарар иткән, шул уҡ ваҡытта ғәзиз кешеһенә рухи яҡтан ярҙам итеүҙе лә күҙ уңында тотҡан.





Вернуться назад