Аҡыллы, белемле, талантлы балалар үҫтерәйек22.02.2019
Илебеҙҙең уңышы – талантлы һәм әүҙем йәштәр ҡулында. Тап ошоноң өсөн ил Президенты Владимир Путин йәштәрҙең һәм үҫмерҙәрҙең талантын үҫтереү мәсьәләһен иғтибар үҙәгендә тота. Уның Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә лә ошо темаға ҙур урын бирелде. Уҡыусылар “Сириус”, “Минең беренсе бизнесым”, “Киләсәккә билет” тип аталған программаларҙы, Квантрориумдарҙы тормошҡа ашырасаҡ.

– Дәүләт башлығының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе тәү сиратта реаль кешегә, уның ғаиләһенә, балаһына арналды. Илебеҙ тәртипле, рухлы, мәҙәниәтле балалары менән көслө булырға тейеш. Мәғариф өлкәһендә, ғөмүмән, бик етди һәм аныҡ позицияһын белдерҙе Владимир Путин. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын күҙ уңында тотам, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Дәүләт Думаһы депутаты, БР Халыҡтар ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.


Шулай уҡ Зөһрә Йыһанур ҡыҙы илебеҙҙең төпкөл ауылдарына ла юғары тиҙлекле интернет барып етеүе, ундағы балаларҙы ла үҫтереү өсөн күреләсәк саралар булыуын юғары баһаланы.

– Президент тәҡдим иткән барлыҡ программалар ҙа илебеҙҙә, айырып әйткәндә, үҙебеҙҙең Башҡортостанда аҡыллы, төплө белемле, илебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт итерлек быуын үҫтереүгә арнала. Балаларға ҡарата хәстәрлек сағылышы тип ҡабул итәм уны. Хәҙер бөтә төбәктәргә лә был программаларға әүҙем ҡушылырға һәм эшләргә кәрәк, – тине ул.





Вернуться назад