“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған белгестәр ҙә ауыл еренә йәки бәләкәй ҡалаға күсенгәндә бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙәр аласаҡ. Табиптарға – бер миллион һум, фельдшерҙарға 500 мең һум ҡаралған.
Башҡортостан Медицина палатаһы рәйесе Дамира Сабирйәнова:
— Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Теләктәр изге, милли проекттарға күпме средстволар бүленә – хайран ҡалырлыҡ. Уларҙың һөҙөмтәһе һәр төбәктә, һәр муниципалитетта күренергә тейеш. Ә бының өсөн Хөкүмәт ағзаларының ғына түгел, төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең Мөрәжәғәтнамәлә ҡаралған бурыстарҙы үтәүҙә яуаплылығы кәрәк.
Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, әлегә был мөһим сифатҡа ҡытлыҡ кисерәбеҙ, шул арҡала уйлаған уй-теләктәребеҙ еренә еткерелмәй. Һуңғы осорҙа республикабыҙҙың тормошо, ҡышҡы йоҡонан уянғандай, хәрәкәткә килде, һәр өлкәлә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр тойола, халыҡтың кәйефе күтәрелеүе, етәкселәргә ышаныс артыуы һиҙелә. Киләсәктә лә шулай булһын, беҙ көткән өмөттәр аҡланһын.