“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән герой балаларҙы тәбрикләү тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Республика етәксеһе йәш геройҙарға кеше бәләһенә вайымһыҙ булмағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
— Ҙур рәхмәт һеҙгә. Һеҙ республиканың киләсәге, – тине ул. – Беҙгә, өлкән быуынға, һеҙҙән өлгө алырға кәрәк. Алдығыҙҙа баш эйәм.
Балалар Радий Хәбировтан иҫтәлекле бүләктәр алды. Уларҙы тәбрикләү “Бәләкәй геройҙар форумы” сиктәрендә ойошторолдо. Ул йәмәғәтселеккә үҙ ғүмерҙәрен аямай кешеләрҙе ҡотҡарған балалар һәм үҫмерҙәр тураһында һөйләүҙе маҡсат итеп алған.