Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана22.02.2019
Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамланаБыл хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил ҡатыны менән ялға оса. Һыу инеп йөрөгәндә ир бата башлай. Быны күреп ҡалған ҡатыны шунда уҡ ярҙамға саҡыра. Ирҙе һөйрәп сығаралар, массаж яһап үпкәһенән һыуҙы сығаралар, тик ул аңына килмәй. Ә “Ашығыс ярҙам” дауаханаға алып барып еткергәндә, йөрәге тибеүҙән туҡтаған була. Табиптар йөрәген ебәреүгә өлгәшә, тик мейеһе үлеп өлгөрә. Ике көндән ир аңына килмәй вафат була.

Был хәл 4 февраль булһа ла, Наилдең кәүҙәһен ни бары 17 февралдә генә тыуған яғына алып ҡайтып еткерәләр һәм 18-е ерләйҙәр. Баҡһаң, февралдең тәүге көндәре Вьетнамда милли байрам осоро. Был ваҡытта бер консуллыҡ та эшләмәй. Шуға күрә оҙаҡ көтөргә мәжбүр була ғаилә.

Әйткәндәй, уның кәүҙәһен тыуған иленә алып ҡайтыуҙы страховка тулыһынса ҡаплай. Әммә шуныһы – әгәр сит илдә вафат булған кешенең ҡанында саҡ ҡына ла алкоголь табыла икән, уны туғандары үҙ аҡсаһына алып ҡайтырға тейештәр.




Вернуться назад