Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынсе реформаны ла урап үтмәне.
Башҡортостанда ла был эш әүҙем бара. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров реформаның барышын ғына түгел, төбәк операторҙарының халыҡтан күпме түләү алыуын да ныҡлы контролдә тота. Республиканың Йәмәғәт палатаһы хәбәр итеүенсә, ҡала кешеләренән 70-шәр, ә элек сүп йыйыу системаһы булмаған ауыл халҡы өсөн 35-әр һум түләтеү бөтә райондар һәм ҡалалар буйынса күҙәтелә.