Президент үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йыл аҙағына медицина ярҙамын Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе һәр кем аласаҡ, тип һүҙ бирҙе.
2019—2020 йылдарҙа йәнә 1590 табиплыҡ амбулаторияһы һәм фельдшерлыҡ пункты төҙөләсәк һәм яңыртыласаҡ. Әле ҡайһы бер төбәктәрҙә “Һаҡсыл поликлиника” проекты уңышлы эшләп килә. Регистратурала һәм табип кабинетына көтөү ваҡыты уртаса 3—4 тапҡырға ҡыҫҡара, физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм балалы ата-әсәләр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ошо тәжрибәгә таянып, Президент һаҡсыл поликлиникаларҙың юғары стандартын эшләргә, уларҙы аттестациялау ҡағиҙәләрен ҡабул итергә ҡушты. Ә 2021 йылдан башлап бөтә балалар поликлиникаларын яңы стандарттарға күсереү башланасаҡ. Иң мөһиме, вывесканың яңыртылыуынан тыш, халыҡ үҙҙәренә ҡарата йылы, иғтибарлы мөнәсәбәтте тойорға тейеш, тип билдәләне ил етәксеһе.