Медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алырлыҡ булыуын яҡшыртыу өсөн һаулыҡ һаҡлау тармағын мәғлүмәтләштереү ярҙамға киләсәк.
Президент үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә дөйөм һанлы селтәргә медик-социаль экспертиза ойошмаһын да индереү кәрәклеген билдәләне. Был үҙ сиратында өлкәндәрҙе, инвалидтарҙы, балалы ғаиләләрҙе сиратта тороуҙан, кәрәкмәгән белешмә йыйыуҙан ҡотҡарасаҡ.