Самолетта осоп ҡына....22.02.2019
Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ.

Әле “Өфө” аэропортынан 10 ҡалаға рейс асылған. Быйыл Түбәнге Новгородҡа, Һамарға, Краснодарға, Дондағы Ростовҡа осоштар субсидиялана.

“Ютэйр” авиакомпанияһы 2025 йылға баш ҡалабыҙҙан осош географияһын киңәйтеп, Калининградҡа, Силәбегә, Волгоградҡа, Омскиға, Красноярскиға рейстар асырға ниәтләй. “Азимут” авиакомпанияһы иһә әле Дондағы Ростовҡа һәм Краснодарға осош яһаһа, 2019 – 2021 йылдарҙа был исемлекте Минеральные Воды менән тулыландырмаҡсы.

Шулай уҡ Мәскәүҙе урап үтеп башҡарылған төбәк рейстарын субсидиялау күләмен арттырыу талап ителә. Был миллионлы ҡалалар менән бәйләнеште киңәйтеү һәм Ҡырымға осоштарҙы йыл әйләнәһенә башҡарыу мөмкинлеген бирәсәк.


Вернуться назад