Колледж, техникумда төплө белем бирәләр22.02.2019
Ил Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, 2021 йылға хәтлем колледж һәм техникумдарҙы ике тапҡырға арттырырға тейешбеҙ.

Килешәйек, колледж һәм техникумдарҙа төплө белем алған үҫмер хеҙмәт урынында һөҙөмтәле эшләй, бынан тыш уның артабан уҡыуын дауам итергә теләге лә көслө була. Ә инде тормошта үҙ урынын табыуын телгә алыу артыҡ.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел КАЧКАЕВ:
– Ысынлап та, ил Президенты көнүҙәк мәсьәлә күтәрә. Заманында һөнәрселек училищеларының юҡҡа сығыуы илебеҙ предприятиеларын кәрәкле белгестәр менән ярлыландырыуға килтерҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, был мәсьәлә менән бер кем дә шөғөллөнмәне. Уның ҡарауы, уны тамамлаған токарҙәргә, штамплаусыларға ихтыяж бик ҙур булды.





Вернуться назад