Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында “Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!” тип исемләнгән хәрби-спорт слеты ойошторолдо.
Унда ҡала-район мәктәптәренең 16 командаһы көс һынашты. Буласаҡ һалдаттар һигеҙ этапта ярышты. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса әҙерлектәре, хәрби, физик оҫталыҡтары менән берлектә Рәсәй тарихы буйынса белемдәрен, ижади һәләттәрен дә күрһәтте.
Ныҡышмалы ярышта 14-се гимназия уҡыусылары – беренсе, 21-се мәктәп командаһы – икенсе, Тимер юлы биҫтәһе мәктәбе өсөнсө урындарға лайыҡ булды.