Интернет тиҙлеге – тормош сифатын арттыра22.02.2019
Интернет тиҙлеге – тормош сифатын арттыраФедераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында дәүләт башлығы Владимир Путин илдә 5G юғары тиҙлекле интернетты үҫтереү кәрәклеге тураһында әйтте. Был һанлы иҡтисадты үҫтереү, ябай граждандарҙың тормош сифатын күтәреү өсөн кәрәк.

“Халыҡ-ара финанс үҙәге” эксперты Гайдар Ғасанов белдереүенсә, Ҡытай менән АҠШ 5G-ны үҫтереү буйынса лидерлыҡ өсөн көрәш алып бара. Рәсәй ҙә был өлкәлә артта ҡалмаҫҡа тейеш, ти ул.

“Беҙгә бының өсөн оҙайлы сәйәсәт формалаштырыу мөһим. 5G селтәре тормошҡа ашырыла башлаһа, максималь тиҙлек секундына 20 Гбит, ә загрузка тиҙлеге – 10 Гбит буласаҡ, тип көтөлә. Уны файҙаланған саҡта батарея көсөн алыу ҙа кәмей, тимәк уның хеҙмәт ваҡыты 10 йылға тиклем етәсәк, электр энергияһын тотоноу ҙа кәмәй, тигән һүҙ. Был селтәрҙе индереү тәү сиратта онлайн-медицина һәм алыҫ төбәктәрҙә белем биреү системаһы сифатын үҫтерәсәк”, – ти Гайдар Ғасанов.






Вернуться назад