Изге әсә лә, гүзәл эшсе лә06.06.2012
Ошо йыр һүҙҙәре коллегам, әхирәтем Рәмилә Ғәйнислам ҡыҙы Мәхмүтова хаҡында кеүек.

Таулы-урманлы Белорет районының Берештамаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫеп, бала сағын шунда үткәргән ҡыҙ 1972 йылда ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. 1976 йылда училищены уңышлы тамамлай һәм Ғафури районына эшкә йүнәлтмә ала, хеҙмәт юлын уҡытыусыһы булып Уҫман башланғыс мәктәбендә башлай. 1977 йылда Имәндәш ауылы егете Жәннәт Мәхмүтовҡа тормошҡа сығып, Имәндәш урта мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы булып күсә.
Тәүге көндәрҙән үк бөтөн дәртен, көсөн биреп ижади эшкә сума. Йәш уҡытыусының тырышлығы етәкселек тарафынан тейешле баһалана: ул төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, ә 1985 йылда “РФ-тың халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә, 1984 йылда Башҡортостан уҡытыусылары съезына делегат итеп һайлана.
Балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, ситтән тороп БДПУ-ның башланғыс кластар факультетында уҡып, юғары белем ала Рәмилә. Сессияларға киткән ваҡытында килене менән бер төптән булып, ейән-ейәнсәрҙәрен бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер кисергән ҡәйнәһе Ғәйникамал әбей ҡараша.
Рәмилә Ғәйнислам ҡыҙы 1994—2001 йылдарҙа директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, 2001 йылдан алып уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар булып эшләй, юғары кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрен алып бара. Һәр эште күңел йылыһын биреп, еренә еткереп башҡара. Киң эрудиция, иптәштәренә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороу, яңылыҡҡа ынтылыш — бына ошондай сифаттар хас Рәмилә Ғәйнислам ҡыҙына.
Яңы мәғлүмәт технологияларын өйрәнеп, үҙ эшендә ҡулланып ҡына ҡалмай, педагогик кәңәшмәләрҙә сығыш яһай.
36 йыл эшләү дәүерендә Рәмилә Ғәйнислам ҡыҙы, күптәргә белем асҡысы “тоттороп”, тормошҡа йүнәлеш бирҙе. Уҡыусылары араһында күренекле, юғары үрҙәргә өлгәшкән танылған спортсы, боксер Илфат Рәжәпов кеүек шәхестәр менән бер рәттән, илебеҙ хужалығының төрлө тармаҡтарында уңышлы эшләгән, төрлө һөнәр эйәләре бар: уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы эшсәндәре, эшселәр, эшҡыуарҙар һәм башҡалар.
Әле лә уның фәнен үҙ итеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте йүнәлешен һайлаған студенттарыбыҙ байтаҡ.
Рәмилә Ғәйнислам ҡыҙы алдынғы уҡытыусы ғына түгел, иптәше Жәннәт менән ауылдағы өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Жәннәт Әхмәтмырҙа улы тәүҙә “Еҙем” колхозында ҡорт ҡараусы булып эшләһә, әле үҙ хужалығында 100 башлап умарта тота, күпләп мал аҫрай. Йорт ихатаһы гөл-сәскәгә күмелгән...
Татыу ғаилә, өс бала тәрбиәләп, үҙаллы тормош юлына сығарҙы. Оло улдары Илдар, Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлап, Ҡарағай фельдшер пунктында теш врачы булып эшләй. Тормош иптәше Светлана менән ике ул үҫтерәләр, ата-әсәләре ярҙамында бына тигән күркәм йорт һалып сыҡтылар, матур итеп донъя көтәләр.
Икенсе улдары Ришат, Башҡорт иҡтисад-юридик техникумын тамамлап, техник һөнәренә эйә. Тормош иптәше Әлфинә менән Благовещен ҡалаһында йәшәй, ҡыҙ үҫтерәләр. Ауылға йыш ҡайтып, ата-әсәһенә ярҙам итеп торалар.
Төпсөктәре Әлфиә, Имәндәш урта мәктәбенән һуң Өфө урман техникумын тамамлап, әле Санкт-Петербург ҡалаһында С. Киров исемендәге урман академияһында юғары белем ала, әсәһенә оҡшап бейеү сәнғәтен үҙ итә.
Ғаилә именлеге, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы һеҙҙе артабан да оҙаҡ йылдар оҙата барһын!
Ләлә УРМАНШИНА,
Имәндәш урта мәктәбе директоры.
Ғафури районы.


Вернуться назад