Красноуфимск башҡорттары был сараны ойоштороу хыялы менән Салауат Юлаев хаҡында Рәсәй телевидениеһында төрлө фекерҙәр яңғырай башлағас та яна башлағайны. Ниһайәт, Салауат Юлаев, Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡында күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшер мәл етте.
Ошо көндәрҙә Свердловск өлкәһенең Красноуфимск педагогия колледжында “1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тарихи ваҡиғаһына заманса ҡараш” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция булды. Сараны Красноуфимск ҡалаһы хакимиәте, ҡаланың педагогия колледжы һәм Тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡатнашлығында Урал тимер юлы техникумының Красноуфимск филиалы һәм Красноуфимск башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһы һәм районы, Мәсетле районы уҡыусылары, студенттары һәм педагогтары үҙҙәренең төбәгендә Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда булып үткән тарихи ваҡиғалар буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре яҙып, уларҙы ойоштороу комитетына тәҡдим иткәйне. Иң яҡшы тип табылған эштәрҙең авторҙары конференцияға саҡырылды.
– “Е. И. Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы”, “Фольклорҙа Бүгәсәү образы”, “Салауат Юлаев ижады”, “Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ халҡының Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы” һәм “Салауат Юлаев эҙҙәренән” тигән эштәр һайлап алынды. Авторҙар конференцияла уларҙы яҡлап сығыш яһаны. Көн дауамында мауыҡтырғыс интеллектуаль брейн-ринг уйыны һәм “түңәрәк өҫтәл” дә булды, – тип хәбәр итте Красноуфимск ҡоролтайы рәйесе Виталий Ихъяев.
Сарала Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, Гәрәй ырыуы башҡорттары етәксеһе Радик Бәхтиев һәм Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов ҡатнашты.
Радик Бәхтиев үҙ сығышында башҡорт ырыуҙары, был төбәктәге халыҡтың ниндәй ырыуға ҡарауы хаҡында һөйләне, Искәндәр Сәйетбатталов төбәктәге башҡорт теле, диалект үҙенсәлектәре тураһында телмәр тотто, ә Заһир Ишкин, балаларҙы уңышлы сығыштары менән ҡотлап, төбәк ҡоролтайының эшмәкәрлеген баһалап, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.