Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаларына тағы ла 150 самаһы төрлө маркалағы мәктәп автобустары кәрәк, тине республиканың Мәғариф министрлығы коллегияһында етәксе вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.Уның әйтеүенсә, был маҡсатҡа ведомствола 204 миллион һум ҡаралған, ул суммаға 106 автобус алыу мөмкинлеге бар.
Әле уҡыусыларҙы ташыу эше 1321 мәктәп автобусы ярҙамында бойомға ашырыла. Былтыр республика аҡсаһына ошондай 183 техника алынған. Төбәктә 40 меңдән ашыу бала мәктәпкә көн дә автобуста барып белем ала.