Республика бюджетында тыуымды дәртләндереү программаларына йүнәлтерлек аҡса бар, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөнгө йәштәр форумында.“Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен нәҡ ғаиләнән башланы, – тине ул. – Тыуымдың кәмеүен беләбеҙ. Уны арттырыуҙы дәүләт аҡса менән дәртләндерә. Әммә ресурстар сикһеҙ түгел, шуның өсөн дә һәр һумдың тыуымға һөҙөмтәле йүнәлтелеүе мөһим. Беҙ тәүге бала өсөн 300 мең һум бүлеүҙе анализланыҡ һәм ул бигүк һөҙөмтәле алым түгел тигән һығымтаға килдек. Шуны билдәләйем: беҙ аҡсаны иҡтисади һөҙөмтә биргән хәлдә генә һаласаҡбыҙ”.