Атайлы бала – арҡалы21.02.2019
Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә “Бала тәрбиәләүҙә атай кәңәшенең өлөшө” тип аталған конференция ойошторолдо. Унда район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Зәйнуллин, белем усағы директоры, урындағы Атайҙар ҡоро рәйесе Радмир Иҫәнбаев һәм башҡалар ҡатнашты.

“Һәр ғаиләлә атай абруйы, һүҙе, кәңәше төп урында булырға тейеш. Беҙ балаларҙы тәрбиәләүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, уларҙы бар яҡлап ҡурсаларға, һаҡларға бурыслыбыҙ” тигән уртаҡ маҡсатҡа ярашлы эш алып барҙы конференцияла ҡатнашыусылар. Фекер алышыуҙа һәр ауылдан Атайҙар ҡоро етәкселәре ҡатнашты.

Сарала ғаилә башлыҡтарына сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән дуҫ булыу, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау, балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүҙә туранан-тура ҡатнашыу бурысы ҡуйылды. Шулай уҡ тулы булмаған ғаиләләргә бар яҡлап ярҙам күрһәтеү кәрәклеге билдәләнде.

Сараның икенсе өлөшөндә резолюция ҡабул ителде, атайҙар һәм улдар өсөн төрлө спорт ярыштары ойошторолдо.


Вернуться назад