Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек.“Дуҫтарым аҙым һайын” тигәндәргә ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ? Миңә ҡалһа, кемдер быға һағайыбыраҡ ҡарар, икенселәр, бәлки, хуплар. Әлбиттә, уйланырға урын бар. Таныш-тоноштоң, һәр хәлдә, иптәштәрҙең күп булыуы мөмкин, ә бына ысын дуҫтар һанаулы ғыналыр ул. Дуҫтар яуҙа һынала, тибеҙ. Бынан өс тиҫтә йыл элек тыуған яғынан алыҫта – Афғанстан тауҙарында Азат, Артур, Рәйес, Нәзир, Ришат исемле дуҫтарын осрата, ә Мөхәммәт исемле хеҙмәттәшен юғалта Тимерйән Рәжәпов. Бер табаҡтан ашау ғына тиһеңме, утты-һыуҙы бергә кискәндәр, тормоштоң бар ауырлығын үҙ иңендә күтәргән икеһе лә. Иптәше өсөн ғүмерен бирергә әҙер яҡташының үлемен бик ауыр кисерә ул. Тойғоларҙы һөйләп тә, яҙып та аңлатырлыҡ түгел. Мөхәммәттең тыуған төйәге – Учалы районының Сәфәр ауылына барып, ауылдаштарына, туғандарына, класташтарына, яҡындарына уның армияла нисек хеҙмәт иткәне һәм һәләк булғаны тураһында күргән-белгәндәрен һөйләй... “Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән РӘЖӘПОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– 2019 йыл беҙҙең өсөн иҫтәлекле лә, әһәмиәтле лә, совет һалдаттарының Афғанстан еренән сығыуына 30 йыл тулды, үҙ сиратында, юбилей айҡанлы әҙерлек эштәре алып барылды, – тип башланы һүҙен Тимерйән Рәжәп улы. – Ысынлап та, ҙур дата, мөһим ваҡиға. “Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы уның эсендә айырыуса ҡайнаны. Мөһим бихисап проекттарҙы тормошҡа ашырыу уйы менән көн-төн тигәндәй яндыҡ. Шуларҙың береһе – балалар күңеле тип аталған кескәй баҫыуға илһөйәрлек орлоҡтары сәсеү. Ысынлап та, ватансылыҡ хисе тәрбиәләү бурысының һәр заманда ла көнүҙәк мәсьәлә икәнлеге көн кеүек асыҡ. Үҙ сиратында малайҙарҙы ысын ил һаҡсылары итеп үҫтереү – тәүмаҡсаттарҙың береһе. Был осраҡта тәү сиратта белем усаҡтары күҙ уңында тотола, улар менән бәйләнеш көслө генә. Класс сәғәттәрендә, бүтән төрлө кисәләрҙә теләп ҡатнашабыҙ, улай ғына ла түгел, спорт ярыштары, конкурстар, викториналар ойоштороу – шуға асыҡ миҫал. Уларҙы дөйөмләштереп, ҡаһарманлыҡ дәресе тип атау дөрөҫ, ул һәр кемде ҡыҙыҡтырырға, ойоп ултырғандарҙың күҙендә осҡон балҡытырға тейеш.
Спорт йүнәлешенә иғтибарҙы көсәйтеү яҡлы Тимерйән Рәжәпов. Физик күнекмәләр уҙғарыу, спорт секцияларына йөрөү армияға әҙерлеккә бер аҙым булыуына баҫым яһаны ул һөйләшеү барышында. Үҫмер һалдат һурпаһын татығанға хәтлем әҙме-күпме сынығыу алырға тейеш, юғиһә беҙҙә киреһенсә килеп сыға тигән ныҡлы позицияла тора ул.
Тимерйән Рәжәп улы һөйләүенсә, улар төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, эшмәкәрлектәре бер нисә йүнәлешкә ҡоролған. Мәҫәлән, мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә кейем-һалым йыйыу акцияһын башлап, маҡсаттарына өлгәшкәндәр. “Торатау” конгресс-холында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының төҙөлөүенә 75 йыл тулыуға арнап, “Көйгән биттәр” хәрби-патриотик фестивале ойошторғандар. Йәштәрҙе илһөйәрлеккә әйҙәүсе республика кимәлендәге сара баш ҡалабыҙҙа һәм республикабыҙҙың райондарында бөтәһе ете мәртәбә үткәрелгән. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа йәшәгән Афғанстан һәм башҡа локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан егеттәрҙең ғаиләләре, туғандары йыл һайын июнь айында уҙған фестивалгә ҡунаҡ булараҡ саҡырыла. Быйыл уны Халыҡ-ара йыр бәйгеһе итеп үткәрергә уйлайҙар.
Ир-егеттең ике юлдашы бар, тибеҙ. Тәүгеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек. Башҡортостан Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә һаулығын нығытҡан яуҙаштарының иңдәренә ҡанат ҡуйыу ниәтендә йыр-моң кисәһе ойоштороуҙары хәтерҙә.
Ҡәберҙәр – үлеләр, һәйкәлдәр тереләр өсөн, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта төбәк ойошмаһы мәрхүм хеҙмәттәштәренең һуңғы төйәген дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Ҡәберҙәрҙе тәртиптә тотоу, һәйкәлдәрҙе тәрбиәләү, батырҙарҙың ата-әсәһенең хәлен белешеп тороу ғына түгел, ә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеүҙе лә үҙҙәренең төп бурысы һанайҙар.
Һәр яугирҙең һәйкәлгә хаҡы барлығын беләбеҙ. Хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған һалдат һәм офицерҙар иҫтәлегенә район үҙәктәрендә һәйкәлдәр ҡуйыуға аҡсаларын да, көстәрен дә йәлләмәйҙәр.
Әйткәндәй, февраль баштарында Салауат ҡалаһында тарихи ваҡиға теркәлгән – афған яугиренә һәйкәл ҡуйылған. Ә быға тиклемге һәйкәлдәр тураһында һүҙ йөрөткәндә түбәндәгеләр билдәле. Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта “Урал” фонды менән берлектә һәйкәл ҡуйырға ярҙам иткәндәр, Ғафури районы үҙәге Красноусол ауылында ла һәйкәл бар. Бер уйлаһаң, һәйкәлдәр үлеләр генә түгел, тереләр өсөн дә кәрәк. Улар шул һәйкәлдәргә барып сәскәләр һалғанда үҙенең яуҙаш дуҫтарын иҫкә төшөрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәкселеге мәңгеләштереү эшенә бик етди ҡарай.
Әгәр ҙә йәшәйеш көрәшкә тиң түгел икән, унда ғүмер итеүҙең бер ҡыҙығы ла ҡалмаясаҡ. Үҙҙәрендә рухи көс табып, бынамын итеп йәшәп ятҡандар Тимерйән Рәжәповты ғорурландырһа, хатта рухландырһа, тормош тигән тәгәрмәс аҫтында ана ҡалам, бына ҡалам тип ары-бире һуғылыусыларҙың әсе яҙмышын күреп-ишетеп һыҡрана һәм борсола ул.
– Ут-һыуҙы кисеп, имен ҡалып та, тыныс тормошта ни өсөн кемдәрҙер үҙенә урын таба алмай? – тип көйөнә ул. – Ил алдында интернациональ бурысын үтәгән һалдаттар тураһында ҡыҙыҡһыналармы? Уларҙың яҙмышы береһен дә борсомай кеүек. Тәрәндән уйланһаң, ут эсенә бер кем дә үҙ теләге менән инмәгән бит!
Тимерйән Рәжәповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “ҡайнар нөктә”ләрҙә булып ҡайтҡандар – үҙенсәлекле төркөм. Улар бер ҡасан да проблемалары тураһында ҡысҡырып һөйләп йөрөмәй, кешегә бәлә һалмайым тип ҡыйынһыналармы, белмәҫһең.
Афғанстан ғәрәсәтен үткән һалдаттың мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуына нисек һоҡланмаҫҡа! Ниндәйҙер сәбәптән мөйөшлө була алмаған йәки эш урыны булмағандарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер. Ә бына афған һуғышы ветерандары үҙҙәре нимәгә мохтаж? Шәфҡәтлелек менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙың күплегенә бер ниндәй ҙә ҡаршылығы юҡ уның. Шул уҡ ваҡытта ошо эшмәкәрлек ҡояшына йылыныусыларҙың табылып тороуына йәне әрней.
Форсаттан файҙаланып, Тимерйән Рәжәповтың меценат ролен үтәүен дә телгә алайыҡ. “Ҡыҙыу нөктә”лә ыҙа сиккәндәргә гуманитар ярҙам күрһәтеүе – ҙур батырлыҡ. Моғайын да, ауырлыҡты үткәндәр, тормоштоң әсе-сөсөһөн татығандар ғына бындай ҡыйыу аҙымды яһай алалыр. Тәүге тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһына 2015 йылдың октябрь айында юлланалар – һауа торошо боҙолған миҙгел, йөк тейәлгән машиналар ауыр ҡуҙғала, юлдың тап тайғаҡ сағы...
– Сәйәхәтебеҙ беҙ көткәнгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ килеп сыҡты, – тип шатлана яугир. – Унан ҡайтыуға тағы шул тарафтарға йыйына башланыҡ. Ни өсөн тигәндә, бындағы халыҡтың Яңы йылға хөрт әҙерлеген, шыршыға, төрлө биҙәүестәргә, уйынсыҡтарға мохтажлығын күреп, әсенеп ҡайттыҡ.
Дөйөм алғанда, Луганскиға бөтәһе 12 тапҡыр, шуның 7-һен үҙенең шәхси автомобилендә колоннаны оҙатып барырға тура килә уға.
Кемдер “гуманитар ярҙам менән генә сикләнәләрме икән” тип уйлауы ла ихтимал.
– Бынан тыш, рухи аҙыҡ тураһында ла онотмайбыҙ. 2016 йылдың 13 октябрендә “Луганск Халыҡ Республикаһында “Көйгән биттәр” V халыҡ-ара фестиваленең шаңдауы” тигән күләмле сара уҙғарҙыҡ, ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығына арналды, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Унда, әлбиттә, тыныс түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ рухи күтәрелештә, юҡты бар итеп йәшәргә тырыша, яҡты киләсәккә ышана, йыр-моңдан айырылмай. Шул шатландыра, пулялар һыҙғырып осһа ла, снарядтар шартлап торһа ла, Петровское ҡалаһында Шайморатов майҙанын гөл баҡсаһына әйләндергәндәр, Башҡорт атлылары скверы тәртиптә тотола, халыҡ бер тауыштан хуплағас, хәҙер 22-се урта мәктәп Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. “Луганский экономический союз” йәмәғәт хәрәкәте ағзалары генерал-майор Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе хәстәрләп, акция иғлан иткәнен дә онотмайыҡ.
Луганск тигәндән, ҡыҙыҡлы бер сағыштырыу иғтибарҙы йәлеп итте: Өфөнән Луганск ҡалаһына хәтлем нисә саҡрым? Был араны элек Миңлеғәле Шайморатов дивизияһы менән һыбай үтһә, әле Тимерйән Рәжәпов һәм уның иптәштәре “тимер ат”тарында елдерә һуғып барып ҡайтҡан.
Гәзит уҡыусыларҙы әңгәмәсем менән таныштырып үтмәһәм, мәҡәлә тулы булмаҫ кеүек. Уға ошо йүнәлештә һорау бирҙем. Тимерйән Рәжәповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 1986 йылдың 21 ноябрендә Совет Армияһы сафына алынған. Әйткәндәй, уның тыуған яғы – Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы – күренекле бейеүсе Рәшиҙә Туйсина, билдәле моң оҫталары Хөсәйен Әхмәтов менән Нәбиулла Мөстәҡимов, педагог Рәфҡәт Абдуллин һәм башҡа шуның кеүек арҙаҡлы шәхестәргә бай төбәк. Тәүҙә Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында йәш һалдат курсын үткән, унан инде Үзбәкстандың Чирчик ҡалаһына алып килгәндәр. Бында әҙме-күпме әҙерлек үткәс, көньяҡҡа самолетта осҡандар. Ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы, офицерҙар ҡайҙа юлланғанды һалдаттарға һорғолт ергә аяҡ баҫҡансы әйтмәгән. Хәйер, үҙҙәре лә һорашмаған.
– Беҙҙе ҡом бураны ҡаршы алды, күҙҙе лә астырмай, тирә-яҡтан ҡаялы тауҙар уратып алған, шунда ғына ҡайҙа “ташлағандар”ын һиҙемләнек, – тип һөйләй ул.
Тимерйән Рәжәповҡа “БТР-70” “ҡорос ат”ын ышанып тапшырғандар. 101-се мотоуҡсылар полкының бурысы – дивизия менән берлектә дошман һөжүмдәрен кире ҡағыу һәм уларҙы юҡ итеү, колоннаны оҙатып йөрөү. Шуларҙың араһында Герат провинцияһының ҡышлаҡтарына аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле көнкүреш әйберҙәрен таратып йөрөү ҙә йөкмәтелгән. Үҙ бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн Тимерйән Рәжәп улы командование тарафынан “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Совет ғәскәрҙәренә – 70 йыл”, “От благодарного афганского народа”, “За боевое содружество” миҙалдары менән бүләкләнгән. Сик аша тыуған илебеҙгә 1989 йылдың 27 ғинуарында сыҡҡан. Хаҡлы ялға тиклем Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында эшләгән, хәрби дәрәжәһе – капитан.