Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?22.02.2019

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты.

Бөгөн дә ил һаҡсыһы һөнәре абруйын юғалтмай. Ватан өсөн башын һалған яугирҙәрҙең иҫтәлегенә яңынан-яңы мемориаль таҡталар, һәйкәлдәр ҡалҡып сыға. Һуңғы йылдарҙа Белорет ҡалаһында ла бик күп эш атҡарылды. Айырыуса Рәсәй ДОСААФ-ының өлгөлө Белорет автомәктәбенең элекке директоры, запастағы майор, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының “Ҡанатлы гвардия” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зәбир Шакир улы Әхибйәнов ҙур өлөш индерҙе. Автомәктәп ихатаһында хәрби техника музейын асыуға ла ул өлгәшә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2017 йылдың декабрендә уҙамандың йөрәге һуғыуҙан туҡтаны, әммә уны белореттар онотмаясаҡ, сөнки ул ватансылыҡ рухын, ил һаҡсыһының абруйын күтәреү йәһәтенән ҡала өсөн ҙур эштәр атҡарҙы. Уның тырышлығы, илһө­йәрлек рухында тәрбиәләнгән ир-егеттәрҙе туплауы һөҙөмтәһендә ҡалала “Еңеүҙең 40 йыллығы” исе­мендәге аллея ватан һаҡсы­ларының мәккәһенә әйләнде.

Ҡаланың К. Маркс урамында урынлашҡан был аллеяның бер осонда интернационалист-яу­гир­ҙәр хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған, тирә-яғы ла матур итеп төҙөк­ләндерелгән. Уны Совет ғәскәр­ҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тулыу айҡанлы төҙөклән­дерҙеләр. “Хәрби туғанлыҡ” һәм “Батыр” хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан ветерандар ойош­маһы ҡарары менән ул үҙгәртеп ҡоролдо. Байрам һайын Афған һуғышы яугирҙәре һәм яуҙа һәләк булғандарҙың туғандары бында йыйылып, митингта ҡатнаша, Ватан өсөн башын һалған яҡташ­тарыбыҙҙы иҫкә ала.

Аллея эсендә иһә Рәсәй армияһының һәр ғәскәри часына бағышлап төҙөлгән монументтар теҙелгән. Мәҫәлән, 2016 йылдың 7 майында элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән барлыҡ быуын һалдаттары иҫтәлегенә “Һүҙ ме­нән еңәбеҙ” тигән яҙыулы монумент асылды. Ул ошо ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдаттар иҫәбенә төҙөлдө. Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндәр хөрмәтенә иһә “Үҙеңде еңһәң, бер ваҡытта ла еңелмәйәсәкһең” тигән монумент ҡалҡып сыҡты.

Шулай итеп, һуңғы бер нисә йылда ветерандар һәм битараф булмағандар тырышлығы менән хәрби-десант ғәскәрҙәре, хәрби-диңгеҙ флоты, сик буйы ғәскәр­ҙәре, разведка, эске ғәскәрҙәр хөрмәтенә монументтар ҡалҡып сыҡты. Әйткәндәй, республи­каның башҡа ҡала һәм райондарында ундай халыҡсан, граждан­лыҡ проекттары әлегә юҡ, сөнки ундағы барлыҡ монументтар яу­гирҙәр, хәрби хеҙмәт юлын үткән ир-егеттәр, ветеран йәмәғәт ойош­малары халыҡ иҫәбенә төҙөлдө.

“Еңеүҙең 40 йыллығы” аллея­һы бер ҡасан да буш тормай. Ватанды һаҡлаусылар байрамында һәм Рәсәй армияһының һәр ғәскәренең барлыҡҡа килгән иҫтәлекле көнөндә хәрби ветерандар, район етәкселеге, хәрби комиссариат вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында тантаналар уҙа, Тыуған ил тип башын һалған яугирҙәр иҫкә алына.
Эйе, бер кем дә, бер ни ҙә оно­толмай.


Вернуться назад