Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә!22.02.2019
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында киләсәген хәрби тормошҡа, йәғни Ватанды һаҡлауға арнарға теләгән илһөйәр егеттәр тәрбиәләнә.

Мәктәп директоры Фәнил Солтанғолов – данлыҡлы Рязань юғары һауа-десант училищеһын тамамлаған, хәрби бәрелештәрҙә сынығыу алған подполковник.

– Егеттәрҙе VII кластан һуң ҡабул итәбеҙ. Хәрби тормоштоң йоғонтоһо тәүге айҙарҙа уҡ һиҙелә башлай, үҫмерҙәр күҙгә күренеп ҡалҡып, бер башҡа үҫеп киткәндәй була, – ти Фәнил Радик улы.

Быйыл мәктәп-интернатты тамамлаясаҡ Өфө егеттәре Ринат Нәфиев, Радмир Алтынбаев, Ғафури районынан Вилмир Фәрхетдинов – уҡыу алдынғылары. Улар өсөһө лә Һамар ҡалаһында үткән Хәтер парадында ҡатнашҡан. Был хаҡта егеттәрҙең күкрәгендәге миҙалдар һөйләй. Улар үҙҙәренең киләсәген мотлаҡ хәрби тормош менән бәйләп, Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар ҡалаларындағы юғары хәрби уҡыу йорттарына инеү хыялы менән йәшәй. Тырышып уҡыған, көндәлек күнекмәләр менән үҙҙәрен сыныҡтырған, әле үк алдарына аныҡ маҡсат ҡуйып, шуға ынтылған егеттәрҙең был изге ниәте мотлаҡ тормошҡа ашыр, улар ысын ил һаҡсылары булыр, тип ышанабыҙ.


Вернуться назад