Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә?21.02.2019
“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында Рәсәйҙә билдәле актер Антон Богданов ҡатнашты.

Сара барышында йәштәргә илдә яңғырап үткән “Т-34” фильмы күрһәтелде. Тап унда Антон – төп геройҙарҙың береһе. Ул Өфөгә йәштәр форумында ҡатнашып, ошо фильм тураһында фекер алышырға килгән.

– Красногорскиҙар Башҡортостан халҡынан көнләшә. Ни өсөн тигәндә, һеҙгә беҙҙән шундай яҡшы етәксе Радий Хәбиров китте. Мин әле Красногорскиҙа йәшәгән кеше булараҡ әйтәм быны, – тине Антон Богданов. – Радий Фәрит улы, һеҙҙең етди кеше, булдыҡлы етәксе икәнегеҙҙе беләм һәм барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем.


Вернуться назад