Экологик хәл тотороҡлана21.02.2019
Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне.

– Үткән тәүлектә барлығы 44 махсус лаборатория тикшереүе үткәрҙек, уларҙың алтыһы төнгө ваҡытҡа тура килә. Граждандарҙан бер мөрәжәғәт булды, уның буйынса сыҡтыҡ, – тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов.

Янғын-һүндереү хеҙмәткәрҙәре 57 йортта булып, һауала көкөрт диоксидының артыуы күҙәтелгән осраҡ һәм янғынды иҫкәртеү саралары буйынса 95 аңлатыу эше үткәргән.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова белдереүенсә, бөгөн ҡалала Өфө табиптары 394 ауырыуҙы ҡабул иткән, шуларҙың 143-ө – балалар. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына 23 сирле мөрәжәғәт иткән. Табипҡа сиратҡа яҙылған 47 кеше ни сәбәптәндер ҡабул итеүгә килмәгән.

“Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” Сибай филиалының техник директор урынбаҫары Артур Әғләмов хәбәр итеүенсә, карьерҙа эш дауам итә.


Вернуться назад