Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең әүҙем йәштәре менән осрашты. “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” тип аталған ҙур сара “һорау-яуап” форматында ойошторолдо.Ҡатнашыусылар араһында кем генә булманы: йәш ғалимдар, эшселәр, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, йәштәр йәмәғәт ойошмалары ағзалары һ.б.
Һорауҙар ҙа төрлө өлкәгә ҡағылды. Йәштәр республика етәксеһенә яңы проекттар, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын, төбәк өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙә үҙ ярҙамын тәҡдим итте. Радий Хәбиров уларҙың күбеһе менән ризалашты, бер кемдең һорауына ихлас яуап бирҙе.