Афарин, Сибай егеттәре!21.02.2019
Белемгә ынтылған, маҡсаттарына тоғро, хыялға бай йәштәр белем ала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Уҡыу йортонда улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуы үҫеш мөмкинлектәрен, ниәттәрҙе тағы ла киңәйтә.

Студенттар ғилми-тикшеренеү эштәре алып барһынмы, ижадҡа ынтылһынмы, спорт менән шөғөлләнһенме, үҙен сәнғәттә һынап ҡарарға теләһенме – барыһына юл асыҡ. Һөҙөмтәлә республика Башлығы, Рәсәй кимәлендәге стипендиаттар күбәйә бара. Был, әлбиттә, заман һулышын тойған коллектив һәм студенттарҙың берҙәм тырыш эшмәкәрлеге емеше.

Әйтәйек, ошо көндәрҙә институттың технология факультетынан Салауат Бәрәкәтов менән Азамат Байрамғолов Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булды. Егеттәр икеһе лә – Сибай ҡалаһынан. Уҡыуҙан тыш, спорт ярыштарында еңеүҙәр яулай, ғилми эштәр менән шөғөлләнә, төрлө форумдарҙа әүҙем ҡатнаша улар. Афарин, Сибай егеттәре!


Вернуться назад