Әбйәлилдәр гәзиткә ихлас яҙыла06.06.2012
Әбйәлилдәр гәзиткә ихлас яҙылаӘбйәлилдәр республикабыҙҙың милли матбуғат вәкилдәрен үҙ ерендә ҡабул итеп, районда йәшәүсе дуҫтарыбыҙ менән йылы осрашыу үткәрҙе. Ә бындай сараға редакция хеҙмәткәрҙәре лә, гәзит-журнал уҡыусылары ла күптән һыуһағайны. Күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, матбуғат дуҫтары менән осрашыу ике яҡ өсөн дә отошло һәм файҙалы булды. Кемдер яратҡан гәзит-журналына яҙылһа, икенселәре бүләк алып ҡыуанды.

Сараны асып, район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәйлә Солтанова райондың мәктәп китапханасыларына бүләк тапшырҙы, әбйәлилдәрҙең милли матбуғатты таратыуҙа тос өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, артабан да яратҡан баҫмаларынан айырылмаясаҡтарын белдерҙе. Күренекле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа үҙенең сығышында редакция хеҙмәткәрҙәренә хуплау ҙа, тәнҡит һүҙҙәрен дә йәлләмәне. Республикала баҫылған милли матбуғатты алдырып, күҙәтеп, уҡып барған ил ағаһының әйтер һүҙе ифрат күп ине. Шунлыҡтан редакция хеҙмәткәрҙәре шағирҙы ихлас тыңлап, фекерҙәрен ҡабул итте.
Гәзит-журналдарға яҙылып та, уны таратыусы булмаһа, ваҡытлы матбуғатты алдырыу үҙ-үҙен аҡламаҫ ине. Шуға күрә бөгөн бында күпселек почта хеҙмәткәрҙәренең килеүе юҡҡа түгел. Тап уларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә һәр гәзит-журнал үҙ хужаһын таба. Иң күп гәзит-журнал таратыусы почтальондар редакциялар һәм Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Иштимер Ғүмәровтың аҡсалата бүләген алып һөйөндө.
Матбуғат байрамынан һәр кем милли матбуғатҡа яҙылып, йә булмаһа тиҙ арала яҙыласағына инанып сыҡһа йәки уны үҙ районында таратыуҙа һәм алдырыуҙа аҙ ғына булһа ла үҙ өлөшөн индерһә, тимәк, осрашыу һөҙөмтәһеҙ түгел. Һәр хәлдә редакция хеҙмәткәрҙәре, уны ойоштороусылар, байрамда ҡатнашыусылар ошондай сараларҙың кәрәклеген тойҙо, гәзит-журнал — уҡыусыһыҙ, уҡыусы гәзит-журналһыҙ йәшәй алмаясағын аңланы.
Кәримә УСМАНОВА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад