Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә паллиатив ярҙам тураһындағы закон проекты буйынса эште тиҙерәк тамамлауҙы һорағайны. Бөгөн Дәүләт Думаһында был ғәмәл тормошҡа ашырылды.Депутаттар ауыр сирле кешеләргә комплекслы ярҙам күрһәтеү тураһындағы закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте. Пациенттарға паллиатив ярҙам дауаханала ғына түгел, ә көндөҙгө стационар шарттарында ла, өйҙә лә күрһәтеләсәк.
Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгәнсә, бөгөн бындай медицина булышлығына 800 мең тирәһе кеше мохтаж.
– Паллиатив ярҙам илдең һәр төбәгендә күрһәтеләсәк, – тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин. – Сирлеләр ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар, тейешле медицина изделиелары менән бушлай тәьмин ителәсәк һәм өйҙә, яҡындары янында, кәрәкле барлыҡ медицина, шулай уҡ психологик ярҙамды аласаҡ.
Вячеслав Володин, был закондың тормошҡа ашырылыу барышы Дәүләт Думаһы тарафынан контролдә тотоласаҡ, тип белдерҙе.
Тағы шуныһы бар: паллиатив ярҙам күрһәткән медицина учреждениелары ирекмәндәр, социаль тәьминәт үҙәктәре, дини ойошмалар, сирленең туғандары менән даими хеҙмәттәшлек итергә тейеш.