Киттек Бухартовскийҙың йортона!21.02.2019
Өфө йәмәғәтселәре ташландыҡ архитектура ҡомартҡыларында өмәләр ойошторорға тәҡдим итә. Был башланғыс менән хоҡуҡ яҡлаусы Эльза Мәүлимшина сығыш яһаны.

Ҡалалағы ташландыҡ мәҙәни мираҫ объекттарында йыш ҡына талау, емереү осраҡтарына тап булаһың. Ярыҡ тәҙрәләр аша асарбаҡтар инеп-сығып йөрөй, шунда ҡуна ҡала. Һөҙөмтәлә янғын да сығарып ҡуялар.

Йәмәғәт эшмәкәре битараф булмаған граждандарҙы, шулай уҡ ҡала хакимиәтен ошо мәсьәләгә иғтибар итергә саҡыра. Йыйыштырыуҙы Бухартовский йортонан башларға тәҡдим итә.



Вернуться назад