48 сәғәт эсендә кино төшөргәндәр21.02.2019
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Кинематографистар союзы төҙөлөүгә 25 йыл тулыу айҡанлы “Башҡортостандағы йәш кино” фестивале үҙ эшен башланы.

Ике көнгә һуҙылған сараның тәүге кисе союздың юбилейына арналһа, иртәгә, йәғни 22 февралдә, тамашасыны сәғәт 4-тән алып “Родина” кинотеатрында республиканың йәш режиссерҙары төшөргән ҡыҙыҡлы ҡыҫҡа метражлы фильмдар донъяһы көтә. Тарихҡа ла күҙ ташланасаҡ: Кинематографистар союзының беренсе ағзалары тарафынан төшөрөлгән ретро-киноларҙан һуң фестиваль бер нисә бүлектән торған саралар тәҡдим итә: Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта уҙған кинолаборатория сиктәрендә төшөрөлгән дебютант режиссерҙарҙың эштәрен “Эксперименталь кино” бүлегендә ҡарарға мөмкин. Шуныһы үҙенсәлекле: бындағы фильмдарҙың барыһы ла 48 сәғәт эсендә төшөрөлгән һәм ҡоралған.

Артабан фестивалде рәсми асыу тантанаһы уҙасаҡ һәм республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә билдәлелек яулап өлгөргән йәш кинематографистарҙың эштәре ҙур экранда күрһәтеләсәк.


Вернуться назад