Башта – ҡыйыҡ, унан – башҡаһы21.02.2019
Ошо көндәрҙә Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов 2019 йылда ремонтланырға тейешле күп фатирлы йорт подъездарын ҡарап сыҡты.

Асыҡланыуынса, Яңы Уртауылдың Үҙәк урамындағы ун алты фатирлыҡ 53, 55, 56-сы йорттарҙың барыһында ла проблемалар етерлек. Идарасы компанияны һайлау ҙа, торлаҡ милекселәре ширҡәтен ойоштороу ҙа уңышһыҙлыҡҡа осраған. Йорттарҙа капиталь ремонт тейешенсә үткәрелмәгән.

“Беҙгә ауыл биләмәһе хакимиәте һәм урындағы халыҡ менән берлектә подъездарҙы ремонтлай башлағанға тиклем ҡыйыҡты төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Республика Хөкүмәте ярҙамында подъездарҙы ремонтлау мөмкинлеге тыуыуы бик яҡшы. Ошо мәсьәләләр менән шөғөлләнгән барлыҡ хеҙмәттәргә ремонт эштәрен тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн тейешле ғәмәлдәрҙе ваҡытында башҡарыу шарт”, – тип яҙған район хакимиәте башлығы “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә.





Вернуться назад