Үҙенән ишетеү яҡшы булды21.02.2019
Благовещен ҡалаһында Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин менән Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев эш сәфәре менән булып китте. Уның маҡсаты – мәктәп уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш эшен ойоштороу.

Ҡунаҡтар “Кванториум” балалар белеме технопаркында һәм ҡаланың 6-сы мәктәбендә лә булды. Университетҡа инеү һәм уҡыу шарттары тураһында уҡыусылар ректорҙың үҙ ауыҙынан тыңлау бәхетенә иреште. Артабан ҡаланың “Полиэф” акционерҙар йәмғиәтендә ошо уҡыу йорто менән предприятиеның хеҙмәттәшлеге тураһында һүҙ барҙы.



Вернуться назад