Рәсәйҙә эшһеҙҙәр һаны бер аҙна эсендә 2,3 процентҡа артҡан. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, 6 февралдән 13 февралгә тиклемге осорҙағы мәғлүмәттәргә таянып, ошо хаҡта хәбәр итә.
Әле илдә 763 890 кеше даими шөғөлһөҙ иҫәпләнә. Белгестәр уларҙың һаны артыуының бер сәбәбен 2019 йылдың 1 ғинуарынан эшһеҙлек буйынса пособие күләменең күбәйеүендә күрә.