2012 йылда Башҡортостанда граждандарға комплекслы хеҙмәт күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәктәр барлыҡҡа килде. Граждандар дәүләт учреждениеларының хеҙмәттәрен – ғариза биреүҙән башлап төрлө орган ҡарарҙарының һөҙөмтәләрен алыуға тиклем – бер урында файҙаланыу мөмкинлеген алды. Шулай уҡ мөрәжәт итеүселәрҙең ваҡыттары ла күп сарыф ителмәй.
2014 йылда Сибай ҡалаһында өр-яңы Күп функциялы үҙәк үҙ эшен башланы. Бөгөн илдең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән кешеләр бында мөрәжәғәт итә ала. Үҙәккә Баймаҡ ҡалаһында, Йылайыр һәм Аҡъяр ауылдарында урынлашҡан бүлексәләр инә.
Әле бында бөтәһе өс залда 19 “тәҙрә” эшләй. Сират бөтөнләй юҡ, хеҙмәткәрҙәр ҙә, мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бер-береһенә йылы мөнәсәбәттә. Сиратта ултырыусылар өсөн көтөү урындары булдырылған, электрон сират, түләү өсөн терминал бар. Клиенттарға уңайлы булһын өсөн, төшкө тәнәфес ҡаралмаған.
Әйткәндәй, республикала тәүгеләрҙән булып тап Сибай ҡалаһында урынлашҡан Күп функциялы үҙәктә эшҡыуарҙар һәм ойошмалар өсөн махсуслаштырылған тәҙрә асылған. Коллективта бөтәһе 49 кеше эшләй, уларҙың күбеһе – клиенттарҙы хеҙмәтләндергән операция залында.
Сибай ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәктәрҙең территориаль дирекцияһы етәксеһе Роберт Исҡаҡов белдереүенсә, сибайҙар көн һайын дәүләт хеҙмәттәрен ҡулланыу буйынса мөрәжәғәт итә. Уларҙың бер һорауы ла яуапһыҙ ҡалмай, шунда уҡ хәл ителә. Клиенттар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған, хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла үҙ эштәрен яҡшы белә, ти ул.