Һалдатҡа хат21.02.2019
Һалдат хаты тигәндә, ғәҙәттә, беҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған өсмөйөшлө хаттарҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Уларҙы бөгөн тик музейҙарҙа ғына осратырға мөмкин. Һуңғы йылдарҙа күптәр хат яҙыу, хат алыу кеүек төшөнсәләрҙе белмәй.

Әммә сибайҙар хат яҙыуҙы әле лә дауам итә. Улар республикала тәүгеләрҙән булып Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан “Һалдатҡа хат” исемле акцияны башланы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, әрме сафында хеҙмәт иткән Сибайҙың аҫыл ир-азаматтарына һәр кем үҙенең теләк һәм йөрәк һүҙҙәрен хат юлдарына теҙә ала.

“Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы директоры Лена Мөхәмәтова белдереүенсә, йәш быуын бөгөн илебеҙҙе һаҡлаған, әрме сафында торған Сибай егеттәре менән сикһеҙ ғорурлана һәм уларҙы тыуған ҡалаларынан ситтә булғанда ла онотмай.

– Был акция йәштәр араһында ватансылыҡ тойғоһон, буласаҡ һалдаттар тәрбиәләүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм уҡыу йорттары акцияны шул тиклем әүҙем күтәреп алды, һәр кем үҙенең туғанына хат яҙырға тырыша. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан әрмелә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ ҡулдарына тыуған яҡ йылыһы һеңгән хатты алыр, ҡыуаныр һәм тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итер тигән ышаныста ҡалабыҙ, – ти Лена Сөнәғәт ҡыҙы.

Сибай ҡала гимназияһының башланғыс кластар уҡыусылары ла әрмелә хеҙмәт иткән ағайҙарына бик теләп хат яҙҙы. 4 “А” класы уҡыусылары үҙҙәренең етәксеһе Наталья Смирнова менән берлектә уның улы Алексейға сәләмдәрен еткерҙе. Алексей Смирнов әле Һамар ҡалаһында элемтә ғәскәрендә хеҙмәт итә.

Ә бына Нәзирә Йәнбәкова етәкләгән башҡорт класында уҡыусылар ошо мәктәптә белем алған, әле алыҫ Владивостокта хеҙмәт иткән Ислам Вәлитовҡа сәләм ебәргән.

– Бөтәһе 26 уҡыусы Ислам ағаларына башҡортса хат яҙҙы. Әрменән ҡайтҡас, уны мәктәпкә, беҙҙең класс менән осрашыуға саҡырҙыҡ. Хатыбыҙ Исламға оҡшар, уның күңелен күтәрер, моғайын, – ти Нәзирә Ҡотлоғужа ҡыҙы.

Сибай педагогия колледжы студенттары үҙҙәренең хатын билдәһеҙ һалдатҡа адреслаған. Тимәк, илебеҙҙең төрлө мөйөшөндә хеҙмәт иткән хәрбиҙәрҙең барыһына ла Сибай ҡалаһынан яҙылған хаттар барып етәсәк.


Вернуться назад