"Пирамида" хөкөмгә илтте20.02.2019
"Пирамида" хөкөмгә илттеРеспубликала “финанс пирамидаһы” ойошторған өс кешегә ике енәйәт статьяһы буйынса хөкөм сығарылды.

Улар 2013 йылда “РостКапитал” кредит ҡулланыусылар кооперативы булдырып, республиканың ете ҡалаһының үҙәк урамдарында ҡуртымға офистар алып, реклама компанияһы ойоштора.

“Енәйәтселәр, һалынған аҡса буйынса 18 – 36 процент күләмендә керем вәғәҙә итеп, граждандар менән килешеү төҙөй, – тип аңлаттылар Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә. – Ойошма ысынбарлыҡта “финанс пирамидаһы” принцибы буйынса эшләй, бер нисә гражданға проценттар яңы клиенттарҙан килгән иҫәптән түләнә”.

Аҡсаны еңелерәк алыу өсөн енәйәтселәр “Башстрой” торлаҡ-төҙөлөш кооперативы төҙөй, һөҙөмтәлә ике йыл эсендә 200-ҙән ашыу кешенән 32 миллион һумдан күберәк аҡса урлай.

Суд хөкөмө буйынса улар 4 – 6 йылға иркенән мәхрүм ителде, өҫтәүенә кешеләргә килтерелгән зыянды ҡапларға тейештәр.


Вернуться назад