“Өфө” футбол клубы уйынсылары һәм республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова баш ҡаланың 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре янына барҙы.Сергей Томаров, Андрей Власов һәм Алексей Чернов бүләктәр менән килгәйне: башҡорт командаһының туптары һәм футболкаларын балалар ихлас ҡабул итте.
“Футболсылар оҫталыҡ класы үткәрҙе, йәштәргә уйын тураһында төрлө мәғлүмәттәр бирҙе, ҡыҙыҡлы тарихтар һөйләне”, – тип хәбәр иттеләр “Өфө” клубының матбуғат хеҙмәтендә.