“Өфө йүкәләре, беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр...”
Тиҫтәләрсә йылдар дауамында төрлө быуын йырсылары яратып башҡарған, ысын мәғәнәһендә халыҡ йырына әүерелгән әҫәр баш ҡаланың йәме булған йүкәләрҙе данлай. Ысынлап та, беҙҙең Өфөнөң “йәшел ҡала” тигән исеме булып, һәр урамды тиерлек күркәм аллеялар биҙәй ине...
Ләкин заман үҙгәрә, ҡала үҫә, яңы ҡарарҙар талап итә. Өфө урамдарын киңәйтеү ҙә – ошо иҫәптә. Ҡала властары фекеренсә, был эште йәшел аллеяларҙы юҡҡа сығармайынса башҡарыу мөмкин түгел. Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл оло автомобиль тығынына әүерелә бара. Әммә етәкселәр был мәсьәләне хәл итеүҙең башҡа юлын әллә эҙләмәй, әллә бөтөнләй эҙләргә теләмәй. Башҡортостандың Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов әйтеүенсә, был ысул былай ҙа хөрт экологик хәлдә көн иткән өфөләрҙең һаулығына ҙур зыян килтерәсәк, транспорт мәсьәләһен хәл итеүҙең башҡа юлдарын табыу мотлаҡ.
Йыраҡ йөрөйһө түгел, иртән эшкә йүгергәндә йә ҡайтҡанда Матбуғат йорто эргәһендәге йүкә аллеяһынан үтергә күнеккәнбеҙ. Ғөмүмән, Октябрҙең 50 йыллығы урамы – киң, матур, йәшел урамдарҙың береһе. Әммә бына бер нисә көн бында техника гөрләй: ҡомташ түгәләр, соҡор ҡаҙыйҙар, иң ҡыҙғанысы – тиҫтәләрсә йылдар үҫкән ағастарҙы киҫәләр. Ҡыҫҡаһы, юл киңәйтәләр. Күрше урамда ла эш тынмай: унда бысҡы аҫтына зифа ҡайындар эләккән. Тимәк, ағастар иҫәбенә юл киңәйткәндән һуң, бәғзеләрҙең тәҙрәһе шау-шыулы, саңлы юлға туранан-тура ҡарап торасаҡ, тәбиғи фильтр – ағастар киҫелгәс, кешеләр иртән-кисен зарарлы матдәләрҙе һуларға мәжбүр буласаҡ. Урындағы халыҡ был эшкә ҡаршы экологик акция ойоштороп ҡараһа ла, властарҙың ҡарарын үҙгәртеү еңел түгел.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, быйыл Өфөлә 19 урамды киңәйтергә, 73 тротуарҙы ремонтларға тейештәр. Ниәтләгәнсә, был эш транспорт көсөргәнешен кәметергә, тығындарҙы бөтөрөргә тейеш. Әммә шик юҡ түгел... Бөгөн Өфөлә 338 мең самаһы транспорт сараһы теркәлгән, былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда был 10 меңгә(!) күберәк. Әгәр ҙә автомобилдәр һаны ошо тиҙлектә артһа, ай-һай, ағас ҡырҡып, юл киңәйтеп кенә был проблеманы хәл итеп булырмы икән? Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Былтыр ҡаланың үҙәгендә, атап әйткәндә, Ленин, Коммунистик һәм башҡа урамдарҙы киңәйткәйнеләр. Унда юл хәрәкәте лә үҙгәртелде, әммә тығындар проблемаһы барыбер хәл ителеп бөтмәне. Сәбәбе ябай: киңәйтелгән урамдар легаль булмаған туҡталҡаға әүерелде, юлдың киңәйгәне һиҙелмәй ҙә тиерлек. Бәлки, кешеләр автомобилдәрен ике яҡлап ҡуймаҫтар ҙа ине, әммә ул яҡта заманса иркен, ҙур туҡталҡалар юҡ, булғандары ҡиммәт. Шуға ла халыҡ, тыйыуға ҡарамаҫтан, мәсьәләне үҙенсә хәл итә.
Әйткәндәй...
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы 30 йылда Өфөлә онкологик сирҙәргә дусар булыусыларҙың һаны 12 тапҡырға артҡан. Төп сәбәптәрҙең береһе – насар экологик шарттар, ти белгестәр. Тимәк, белә тороп та, көнүҙәк мәсьәләгә тейешле иғтибар юҡ. Ошо күҙлектән сығып фекерләгәндә, Өфө урамдарын тиҫтәләрсә йыл йәмләгән, туҙан-бысраҡтан һаҡлап торған ағастарҙы ҡырҡыу кешелеккә ҡаршы ҡылған енәйәткә тиң.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА