Барыһы ла контролдә20.02.2019
Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, эште контролдә тотоу, алға йүнәлештәр билдәләү маҡсатында көн һайын брифинг үткәрелә.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов әйтеүенсә, ҡалала көн дә атмосфера торошона мониторинг үткәрелә һәм ике сәғәт һайын алты контроль нөктәлә зарарлы матдәләрҙең бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.

– Бөгөн халыҡтан дүрт мөрәжәғәт ҡабул ителде, – тине сығышында Александр Лопухов. – Улар буйынса тикшереү үткәрҙек. Көндөҙгө 15.12 сәғәттә көкөрт диоксидының миҡдары норманан 11 тапҡыр артҡаны теркәлде.

Шулай уҡ 14 февралдән алып төнөн дә үлсәүҙәр ойошторола, уларҙың һөҙөмтәһе 23.00 һәм 2.00 сәғәттәрҙә һалына. Бынан тыш, экологик лаборатория Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ла эшләй.

Брифингта ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Өфө табиптары сирлеләрҙе ҡарауҙы дауам итә. Бөгөн көндөҙгө 4-се яртыға тиклем 241 ауырыу ҡабул ителгән, араларынан 94-е – балалар.

Карьерға һыу ағыҙыу ҙа дауам итә, уның төньяҡ һәм көньяҡ бортына балсыҡлы шыйыҡса ҡойола.


Вернуться назад