Башҡортостанда ауыл старосталары тураһында республика законы ҡабул итеүгә әҙерлек бара. Ҡануниәттә уларҙың вәкәләттәре, тәғәйенләнеү, халыҡ һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү ҡағиҙәләре нығытылырға тейеш.Ошо мәсьәләгә бәйле үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе Сергей Афонин ауыл старосталарының халыҡҡа яҡын булыуы һәм урындағы властың асыҡлығын тәьмин итә алыуы хаҡында белдерҙе.
“Бөгөн республикала, ундай төбәк законы булмауға ҡарамаҫтан, 3500-ҙән ашыу ауыл старостаһы һайлап ҡуйылған. Был – муниципалитеттарҙың үҫеше өсөн етди мөмкинлек. Старосталар – ауылда терәк булып торған абруйлы кешеләр, улар башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәй, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша, социаль мәсьәләләрҙе хәл итә, төрлө файҙалы саралар ойоштора”, – тип билдәләне “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһы идараһы рәйесе Алексей Шмелев.
Уның һүҙҙәренсә, старосталарҙың эше өсөн республика бюджеты иҫәбенән түләнергә тейеш.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар был вазифаға һайлау мәсьәләһе буйынса ла фекер алышты. Федераль законда билдәләнгәнсә, старостаға кандидат ауыл халҡының илле проценты йыйылғанда ғына күрһәтелеп, ҡарар ҡабул ителә ала. Ә беҙҙең ҙур ауылдарҙа сходҡа кешеләрҙең яртыһын йыйыу проблемалы. Республика законында ошо шартты башҡасараҡ итергә, йәки Дәүләт Думаһына федераль ҡанунға үҙгәреш индереү тәҡдиме менән сығырға кәрәклеге әйтелде.